ХУЖА НАСРЕТДИН, Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Урта Азия халыҡтары фольклорында аҡыл эйәһенең, тапҡыр һүҙле һәм шаян кешенең дөйөмләштерелгән образы. Х.Н. ҡомһоҙ, ике йөҙлө кешеләрҙе, ришүәт алыусы хакимдарҙы, муллаларҙы һ.б. фаш итә, аҡылы һәм тапҡырлығы арҡаһында төрлө хәлдәрҙән еңеүсе булып сыға, бер ҡатлы һәм иҫәр кеше кеүек ҡыланып, буталсыҡ ваҡиғаларҙы, бәхәстәрҙе хәл итә. Уның тоғро юлдашы ишәк була. Х.Н. прототибы тип төрлө илдәрҙә йәшәгән бер нисә кешене атайҙар. Уларҙың береһенең — 13 б. Кесе Азияла йәшәгән имамдың ҡәбере өҫтөнә кәшәнә ҡоролған (Төркиәнең Аҡшәһәр ҡ. урынлашҡан). Бохара, Анкара, Мәскәү ҡҡ. Х.Н. һәйкәл ҡуйылған. Аҡшәһәрҙә уның исеме м‑н күл һәм парк аталған. Х.Н. т‑дағы тәүге көләмәстәр Төркиәлә 16 б. башында яҙып алынған, 1845 й. Ҡазанда төрки телендә нәшер ителгән. Персонаж төрки халыҡтар фольклорында киң билдәле. Башҡорт фольклорында Х.Н. көләмәстәр (“Хужа кәңәше”, “Хужа Насретдин менән ҡазый”, “Хужа — һалдат” һ.б.) геройы булып сығыш яһай, уларҙың бер өлөшө “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына ингән.

Әҙәб.: Хужа Насретдин мәҙәктәре. Өфө, 1989.

Ә.М.Сөләймәнов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов