ХРУЩЁВ Никита Сергеевич (17.4. 1894, Курск губ. Калиновка а. — 11.9.1971, Мәскәү), сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1954, 1957, 1961). Советтар Союзы Геройы (1964). Ген.‑лейтенант (1943). Ãраждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Сәнәғәт акад. уҡыған (Мәскәү, 1929—30). 1909 й. алып Донбасс з‑дтарында һәм шахталарында слесарь булып эшләгән. 1931 й. башлап ВКП(б)‑ның Бауман, һуңыраҡ Ҡыҙыл Пресна район ком‑ттары (Мәскәү) секретары, 1934 й. — Мәскәү ҡала һәм өлкә ком‑ттарының 1‑се секретары, ВКП(б) ҮК ағзаһы. 1939 й. алып Украина Коммунистар партияһы ҮК‑ның 1‑се секретары. Б.В. һуғышы йылдарында Көньяҡ‑Көнбайыш йүнәлеш, Көньяҡ‑Көнбайыш, Сталинград, Көньяҡ, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарының хәрби советтары ағзаһы. 1944 й. алып Украина ССР‑ының МС‑ы рәйесе, 1947 й. башлап Украина Коммунистар партияһы ҮК‑ның 1‑се секретары, 1949 й. — КПСС ҮК секретары һәм Мәскәү ҡала ком‑тының 1‑се секретары. 1953 й. мартынан КПСС ҮК секретары, сент. башлап 1‑се секретары, бер үк ваҡытта 1958—64 йй. СССР МС‑ы рәйесе. 50‑се йй. уртаһынан Х. инициативаһы м‑н сәйәси репрессиялар ҡорбандары аҡлана башлай; БАССР терр‑яһы сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү программаһына индерелә. 1964 й. авг. республикаға килгән ваҡытта Өфө, Октябрьский һәм Туймазы ҡҡ. була. Ëенин (1954, 1957, 1961, 1964), 1‑се һәм 2‑се дәрәжә Суворов, 1‑се дәрәжә Кутузов, 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән.

Ю.В.Калашников

Тәрж. М.Х.Хужин