ХРУЛЁВ Виктор Иванович (13.3. 1940, Һарытау ҡ.), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1991), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1965) шунда уҡ уҡыта: 1990—2000 йй. филол. ф‑ты деканы, 1992—2013 йй. 20 б. урыҫ әҙәбиәте тарихы каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре теоретик һәм конкрет‑тарихи аспекттарҙа художестволы фекерләү проблемаларына арналған. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Романтизм Александра Грина (эволюция и сущность). Уфа, 1994; Художествен­ное мышление Леонида Леонова. Уфа, 2005; В творческом мире Леонида Леонова: в 2 ч. Уфа, 2010.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов