ХӘМИҘУЛЛИН Әҡсән Абдрахман улы (17.12.1928, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Смаҡай а., хәҙ. Ишембай ҡ. эсендә, — 27.12.2000, шунда уҡ), Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1952—87 йй. “Ишимбайнефть” НГДУ‑һында эшләй: быраулау эшсеһе, 1955 й. башлап бейектә эшләүсе эшсе, 1959 й. — быраулаусы ярҙамсыһы, 1962 й. алып быраулаусы, 1982—85 йй. скважиналарҙы капиталь ремонтлау мастеры. Х. ҡатнашлығында Введеновка, Ҡаҙансы ятҡылыҡтарында икенсе үҙәктәрҙе быраулау технологиялары эшләнә һәм сафҡа индерелә, Өршәк төркөмө ятҡылыҡтары скважиналарының һөҙөмтәлелеге арттырыла. БАССР ЮС‑ының 8‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1971), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. А.Н.Күсеев