ТОРНАЛЫ, П е р м я к т а р, Салауат р‑нындағы ауыл, Торналы а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 22 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 223 кеше; 1920 — 252; 1939 — 345; 1959 — 205; 1989 — 214; 2002 — 835; 2010 — 819 кеше. Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1875 й. Златоуст өйәҙе Тырнаҡлы улусы Елгилде а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са Вятка губернаһынан, Кострома губ., Өфө губернаһынан, Пенза губ., Пермь губернаһынан күсеп килгән крәҫтиәндәр ҡасаба булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 23 йортта 150 кеше йәшәгән. 20 б. 30‑сы йй. хәҙ. статусын ала. 2002 й. Т. Яңы Торналы а. (20 б. 30‑сы йй. нигеҙләнгән) ҡушыла. Ауыл эргәһендә Торналы ҡаласығы урынлашҡан. П.К.Пепеляев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева