БАЛДАҠЛЫ СЕЛӘҮСЕНДӘР, аннелидтар (Annelides), умыртҡаһыҙҙар тибы. 6 класы, яҡынса 8 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа аҙ төклө селәүсендәр (олигохеттар) класына ҡараған 34 төрө һәм һөлөктөң 13 төрө асыҡланған. Күп күҙәнәкле, башлыса ирекле йәшәгән хайуандар. Б.с. ҙурлығы бер нисә мм алып 2,5 м тиклем. Тәне күп һанлы сегменттарҙан (балдаҡтарҙан) тора, уларҙың һәр береһендә ҡабырға тирәһендәге төклө үҫентеләр — примитив аяҡтар, йәки параподиялар булыуы мөмкин. Тән ҡыуышлығы икенсел (целом). Бүлеп сығарыу ағзалары — метанефридиялар. Ҡан системаһы йомоҡ. Һулышы тире аша, ҡайһы ваҡыт айғолаҡтары була. Нервы системаһы ганглионар типлы. Б.с. айырым енесле, һирәгерәк гермафродит. Енси юл м‑н, ҡайһы ваҡыт енесһеҙ үрсей. Үҫеше метаморфоз м‑н (күп төклө селәүсендәр) йәки тура (аҙ төклө селәүсендәр, һөлөктәр). Тупраҡтың органик матдәләре, детрит, һыу хайуандары (бөжәк балағорттары, ваҡ ҡусҡарҙар һ.б.) м‑н туҡлана. Балыҡтар өсөн аҙыҡ, һыу ятҡылыҡтарының биологик индикацияһында ҡулланыла ала, Б.с. ҡайһы бер төрҙәре — паразит селәүсендәрҙең аралыҡ һәм резервуар хужалары. БР тупрағында ямғыр селәүсендәре һәм энхетреидтар (аҡ, һирәгерәк һары йәки алһыу төҫтәге бик бәләкәй Б.с.) йәшәй, һыу ятҡылыҡтарында — һыу селәүсендәре, ике күҙле һөлөктәр, ҡусҡар һымаҡ һөлөктәр, стилярийҙар, трубочниктар һ.б. Медицина һөлөгө БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Баянов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика