СОЛТАНОВ Шамил Хәниф улы (30.8.1974, Өфө), тау инженеры‑геолог. БР ФА проф. (2016), техник ф. д‑ры (2009). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1996) Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ҒТИ‑нда, 2004 й. алып БР ФА Нефттең химик механика үҙәгендә өлкән ғилми хеҙм‑р, 2009 й. — БР ФА Стратегик тикшеренеүҙәр ин‑тының Нефть‑газ технологиялары һәм яңы материалдар үҙәгендә лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 2011—16 йй. ӨДНТУ‑ның технологиялар трансферы б‑са инновациялы ғилми‑белем биреү үҙәге етәксеһе. Фәнни хеҙмәттәре ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ысулдарын өйрәнеүгә, нефть ятҡылыҡтарын һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә һәм файҙаланыуға арналған. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Метотехнология системного анализа разработки нефтяных месторождений с различными категориями трудноизвлекаемых запасов. Уфа, 2009; Технологические особенности оптимизации разработки нефтяных месторождений Балтийского шельфа //Экспозиция. Нефть. Газ. 2016. Вып.1 (47) (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке