САВЕЛЬЕВ Дмитрий Евгеньевич (26.7.1971, Өфө), геолог. БР ФА проф. (2016), геол.‑минералогия ф. д‑ры (2015). БДУ‑ны тамамлаған (1997). 1995 й. алып Геология ин‑тында эшләй. Фәнни хеҙмәттәре Көньяҡ Уралдың офиолит ультрамафиттарын комплекслы өйрәнеүгә арналған. С. тарафынан хром мәғдәндәре ятҡылыҡтары төҙөлөшөнөң законлыҡтары асыла, мантия матдәһе бүленешенең реоморфик моделе эшләнә. 110‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Платинометальная минерализация в ультрамафитах массива Средний Крака, Южный Урал //Руды и металлы. 2014. №6 (авторҙ.); К перспективам россыпной и коренной золотоносности северной части Зилаирского мегасинклинория, Южный Урал //Шунда уҡ. 2016. №2 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.