ПАНЧЕНКО Владислав Яковлевич (15.9.1947, Барановичи ҡ.), физик. РФА акад. (2008), БР ФА‑ның почётлы акад. (2016), физика‑матем. ф. д‑ры (1990), проф. (1994). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1997). МДУ‑ны тамамлаған (1971). 1985 й. алып РФА‑ның Лазер һәм мәғлүмәт технологиялары проблемалары ин‑тында (1992 й. башлап дир.), бер үк ваҡытта 2004 й. алып МДУ‑ның мед. физикаһы каф. мөдире, 2006 й. — “Курчатов институты” Милли тикшеренеүҙәр үҙәгенең Молекуляр физика ин‑ты (Мәскәү) директоры. Фәнни эшмәкәрлеге лазер‑мәғлүмәт технологияларына, ғилми приборҙар эшләүгә, һыҙыҡһыҙ оптикаға һәм мед. физикаһына арналған. П. етәкс. Интернет аша тапшырылған кереү мәғлүмәттәренең төрлө (топографик һәм фотограмметрик) типтары б‑са ҡатмарлы топологияның өс үлсәүле объекттарын төҙөү өсөн мәғлүмәт‑оптик технологиялар, системалар һәм приборҙар концепцияһы; үтә көслө оптик ҡырҙар һәм фундаменталь медицина өлкәһендәге тикшеренеүҙәр өсөн адаптив оптика һәм диагностика системалары приборҙарының яңы класы эшләнә. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы. Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды Советы рәйесе (2008 й. алып). РФ‑тың фән һәм технологиялар өлкәһендәге Дәүләт пр. (2009), РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. (2004) лауреаты. Дуҫлыҡ орд. м‑н бүләкләнгән (2008).

В.С.Жернаков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018