ҠОРБАНҒӘЛИЕВ Марат Шамил улы (26.5.1949, Үзбәк ССР‑ы Хатырчи а.), актёр. БР‑ҙың халыҡ (2015) һәм атҡ. (2006) артисы. Ҡазан театр уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1971) һәм 1981—93 йй. Урал өлкә драма театры (Ҡаҙаҡ ССР‑ы), 1979 й. алып Краснодар край драма театры, 1993 й. — “Старый дом” Новосибирск драма театры, 1999 й. — БР Милли Йәштәр театры актёры.

Төрлө жанр актёры. Ҡ. тыуҙырған образдар киң, ысын, тәрән һәм психологик күп планлы булыуы м‑н айырылып тора. Төп ролдәре: Урал өлкә драма театрында — Разлюляев (“Ярлылыҡ оят түгел” — “Бедность не порок”, А.Н.Островский; дебют, 1971), Ҡодар (“Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” — “Козы Корпеш и Баян Сулу”, Ғ.М.Мусрепов), Эдмунд Кин (“Кин IV”, Г.И.Горин); Краснодар драма театрында — Кенәз Мстиславский (“Батша Фёдор Иоаннович” — “Царь Фёдор Иоаннович”, А.К.Толстой), Борис Мякишев (“Изгелек эшләргә ашығығыҙ” — “Спешите делать добро”, М.М.Рощин); Новосибирск драма театрында — Пугачёв (С.А.Есениндың “Пугачёв” поэмаһы б‑са ш. уҡ исемле спектакль), Утешительный (“Уйынсылар” — “Игроки”, Н.В.Гоголь); Милли Йәштәр театрында — Лука (“Тормош төпкөлөндә” — “На дне”, М.Горький), Брат Лоренцо (“Икегеҙҙең дә өйөнә чума” — “Чума на оба ваши дома”, Горин), Константинов (“Аяуһыҙ уйындар” — “Жестокие игры”, А.Н.Арбузов), Леонидо Папагатто (“Минең һөнәрем — йәмғиәт синьоры” — “Моя профессия — синьор из общества”, Д.Скарначчи һәм Р.Тарабузи), Маг (“Ике донъя отеле” — “Отель двух миров”, Э.Шмитт) һ.б. ролдәр. Урал өлкә драма театры сәхнәһендә С.Л.Лобозеровтың “Сит кеше менән ғаилә портреты” (“Семейный портрет с посторонним”); Новосибирск драма театры — “Пугачёв”; “Нур” Өфө татар театры — А.Николаиҙың “Мәңгелек мөхәббәт” (“Любовь до гроба”) пьесаһы б‑са “Мин һеҙгә әфлисундар килтерҙем” (“Я принесла вам апельсины”); “Маска” Йәш тамашасы театры (Өфө) сәхнәһендә А.Староторскийҙың һәм Л.Титованың “Король һыйыры” (“Королевская корова”), С.Беловтың һәм С.Куваевтың “Эт булғым килмәй” (“Не хочу быть собакой”) һ.б. спектаклдәр ҡуя. “Ирекле сәхнә” (“Свободная сцена”) Төбәк‑ара фестивале (Новосибирск ҡ., 1995; Гран‑при), “Дуҫлыҡ күпере” (“Мост дружбы”) Халыҡ‑ара урыҫ театрҙары фестивале (Йошкар‑Ола, 2014) лауреаты. Ҡаҙағстандың Ленин комсомолы пр. лауреаты (1977).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.