БАҪҠЫТАУ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Йәнйегет а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 56 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнб. табан 49 км алыҫлыҡта Әлбәк күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 507 кеше; 1959 — 447; 1989 — 373; 2002 — 317; 2010 — 270 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

20 б.башында Бөрө өйәҙендә нигеҙ һалына. 1925 й. 91 йорт теркәлгән. 70‑се йй. Б. Түбәнге Кама ГЭС‑ын төҙөгән ваҡытта бөтөрөлгән Иҫке Нуғай а. кешеләре килеп урынлаша. Б. янында Торатау ҡаласығы урынлашҡан.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.