БАБИЧ Рушанна Юрий ҡыҙы (17.10.1975, Өфө), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2015) һәм атҡ. (2009) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы(2004). Т.Д.Бабичеваныңҡыҙы. ӨДСИ‑не (1995; Р.В.Исрафилов курсы),  РАТИ-ГИТИС‑ты (2000; В.И.Скорик курсы) тамамлаған. 1995 й. алып БР Милли йәштәр театрында эшләй.

Башҡ. һәм урыҫ телдәрендә иркен һөйләшкән лирик-драматик пландағы актриса. Төп ролдәре: сит ил һәм урыҫ классик драматургияһында — Камилла (“Мөхәббәт менән шаярмайҙар" — “Любовью не шутят”, А. де Мюссе; дебют, 1995), Нина Заречная (“Аҡсарлаҡ" — “Чайка”, А.П.Чехов), Люсиль  (“Яртаҡыл Журден”, М.А.Булгаков), Тамара (“Биш кис" — “Пять вечеров”, А.М.Володин), синьора Капулетти (“Ромео һәм Джульетта" — “Ромео и Джульетта”, У.Шекспир), Цезония (“Калигула", А.Камю); башҡ. драматургияһында — Ану (“Салауат”, М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” трагедияһы б‑са), Кәлбинур (М.Кәримдең “Йәләлетдин атай" хикәйәһе б‑са И.М.Кәримовтың ш. уҡ исемле спектакле), Рәмилә (“Ҡыңғырау сәскә”, Н.Асанбаев), Кинйәбикә (“Ауылға ҡыҙҙар килде”,  Н.Ғәйетбай) һ.б. Актрисаның башҡарыу оҫталығының яңы трагик ҡырҙарын асҡан Хазина (“Ғилмияза”, Т.Х.Ғарипова), киҫкен характерлы Пегин Майк («Герой, йәки “Шәп егет — Көнбайыш ғорурлығы”» — «Герой, или “Удалой молодец — гордость Запада”», Д.Синг) образдары, лирик-романтик ролдәрҙән драматик ролдәргә күсеште кәүҙәләндергән Настасья Павловна роле (Ф.М.Достоевскийҙың “Идиот" романы б‑са ш. уҡ исемле спектакль; ӨДСИ‑нең уҡыу театры) актрисаның әһәмиәтле эштәре иҫәбенә инә. Кино‑ һәм телефильмдарҙағы ролдәре: Сара (“Быяла юлсы”, 1996), Гөлдәр (“Ауыл өҫтөндә йәйғор”, 2000), Фирҙәүес (“Сөмбөлдөң етенсе йәйе”, 2002), Людмила (“Оҙон‑оҙаҡ бала саҡ”), Наташа (“Елғыуар” — “Ловец ветра”, 2010), Лиля (“Ун өсөнсө раунд” — “Тринадцатый раунд”, 2011; бөтәһе лә — “Башҡортостан” к/ст), Васяның әсәһе (“Наган", 2016; “Живая лента" к/ст) һ.б.

Тәрж.Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.