БУРЕНИНА Ирина Валерьевна (26.3.1976, Өфө), инженер-иҡтисадсы. БР ФА проф. (2016), иҡт. ф. д‑ры (2012), проф. (2016). ӨДНТУ‑ны тамамлағандан һуң (1998) шунда уҡ эшләй (2015 й. алып иҡтисад һәм нефть, газ сәнәғәте пр‑тиеларында идара итеү каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре яғыулыҡ-энергетика комплексы пр‑тиеларының һөҙөмтәле эшләүенең актуаль проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Повышение экономической эффективности деятельности нефтегазодобывающего предприятия: (теория и методология). СПб., 2010 (авторҙ.); Проблемы, тенденции и перспективы рынка нефтесервисных услуг. Уфа, 2014 (авторҙ.); Экономические проблемы и перспективы альтернативной энергетики. Уфа, 2015 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке