ЗЫЯЗИТДИНОВ Рим Сәләх улы (19.4.1953, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Боғҙан а.), актёр. БР‑ҙың халыҡ артисы (2004), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1983). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы(1980). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1972; Л.В.Вәлиев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) Салауат башҡ. драма театры актёры. Сағыу, күп яҡлы һәләткә, бай тәбиғи һәм актёрлыҡ органикаһына эйә үҙенсәлекле актёр.  Төрлө жанрлы һәм тематикалы спектаклдәрҙә 70‑тән ашыу роль башҡара: башҡ. әҙәби әҫәрҙәре б‑са — Кинйә (“Иртәнге томан”, Ф.В.Богданов), Сәйфулла (М.Ғафуриҙың“Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са ш. уҡ исемле спектакль,), Ҡотош (“Йәшлегем тирәктәре”, К.М.Аҡбашев), 1-се аҡһаҡал (“Ай тотолған төндә”), 2-се ҡарт (“Ерҙәштәр”, М. Кәримдең  “Ауыл адвокаттары” повесы б‑са А.П.Фёдоров әҫәре); урыҫ әҫәрҙәре б‑са — Павел Корчагин (“Драматик йыр” — “Драматическая песня”, М.Л.Анчаров һәм Б.И.Равенских; дебют, 1972), Досужев (“Төшөмлө урын” — “Доходное место”), Маргаритов (“Һуңлап килгән мөхәббәт” — “Поздняя любовь”; икеһе лә — А.Н.Островский), Угарев, Камаев (“Көләрһең дә, иларһың да” — “Провинциальные анекдоты”, А.В.Вампилов); сит ил әҫәрҙәре б‑са — Лавлеш (“Ҡарун” — “Скупой”, Мольер) һ.б. “Шүлгәнташ”  телевизион фильм-әкиәтендә (2014, “Башҡортостан” ТРК-ның “Тамыр” телеканалы) Ташбулат бабай ролен башҡара.

Тәрж.Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018