ГРИНЬКОВ Валерий Данилович (30.3.1949, Свердловск ҡ.), актёр. БР‑ҙың халыҡ (2014) һәм атҡ. (2004) артисы.  РФ‑тың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1979). Свердловск театр уч‑щеһын тамамлаған (1977; В.М.Воронова курсы). 1979 й. алып Талды-Ҡурған өлкә драма театры, 1981 й. — Рубцовск драма театры, 1984 й. — Семипалатинск өлкә драма театры,  1989 й. — БР‑ҙың Урыҫ драма театры  актёры (Өфө), бер үк ваҡытта 1999 й. башлап Өфөнөң 6‑сы лицейының “Зеркало" балалар театр студияһы, 2011 й. — БДМУ‑ның “Диалог №38" халыҡ театры художество етәксеһе. Күп яҡлы һәләткә, киң диапазонлы һәм сағыу темпераментҡа, бәрхәт тембрлы матур тауышҡа эйә актёр. Сәхнәлә тыуҙырған образдары психологик тәрәнлеккә һәм ышандырыу көсөнә эйә. Рабачев ролендә (“Яҡтырта, әммә йылытмай” — “Светит, да не греет”, А.Н.Островский; 1979, Талды-Ҡурған өлкә драма театры) тәү башлап сығыш яһай. Төп ролдәре: Урыҫ драма театрында — Калабушкин (“Үҙ‑үҙенә ҡул һалыусы” — “Самоубийца", Н.Р.Эрдман), Джо Янки (“Һөйөклө Памелла” — “Дорогая Памелла", Д.Патрик), Боб Джексон (“Перебор", Х.Бергер), Ричард Уилли (“13‑сө номер” – “№13", Р.Куни), Крогстад (“Ҡурсаҡ йорто” — “Кукольный дом", Г.Ибсен), Баптиста (“Тиҫкәре ҡыҙҙы буйһондороу” — “Укрощение строптивой", У.Шекспир), Яичница (“Өйләнеү” — “Женитьба", Н.В.Гоголь) һ.б. “Дурь” к/ф (“Йүләрлек”, 2006; “Студия Vista Vision” ЯСЙ) Атай ролен башҡара. “Шарк” радиостанцияһында шиғыр һәм джаз программаларын (1992—98), Башҡортостан юлдаш ТВ‑нда “Тәмле” программаһын (урыҫ телендә; 2005—10), “Уфимский трактъ” документаль фильмдар студияһын (2008 й. алып), ш. уҡ ҡала һәм респ. сараларын алып барыусы.

Тәрж.Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке