СЫБАРКҮЛ РАЙОНЫ, Силәбе өлкәһенең үҙәгендә урынлашҡан. 1935 й. 18 ғин. ойошторолған. Майҙаны – 2879 км2. Адм. үҙәге – Сыбаркүл ҡалаһы. Районда 9 ауыл советы, 56 ауыл торама пункты бар. Халҡы – 30,2 мең кеше (2010), ш. иҫ. 7,0% башҡорттар (ҡара: Урал аръяғы башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур торама пункттар (2002): Алтынташ, Атжитәр, Ключи, Коротан, Ҡаҙыбай, Ҡымыҙ, Түб. Караси һ.б. Сыбаркүлдә – “Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районы башҡорттары ҡоролтайы” (1997 й. алып), Бишкил ҡасабаһында “Дуҫлыҡ” башҡ. фольклор ансамбле эшләй.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева