СУРТАНДЫ, Йәнгел й. басс. күл. Әбйәлил р‑ны Һамар а. көнбайышҡа табан урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 7,4 км2, оҙонлоғо 4,6 км, уртаса киңлеге 1,6 км, уртаса тәрәнлеге 2,8 м (макс. – 4,0 м), һыу күләме 90,7 млн м3, һыу йыйыу майҙаны 57,8 км2. Тектоник күл, олотау свитаһы (туф, туффит) һәм йылайыр свитаһы (кремнийлы һәүерташ һәм граувакка) тоҡомдарында барлыҡҡа килгән; соҡоро һуҙылған. Тымыҡ күл, һыу кимәленә юғары тирбәлеү амплитудаһы хас. Ҡатнаш, башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Һыуы татырлы, гидрокарбонатлы, магний‑натрийлы, содалы. Күл эвтрофлы. Ярҙары һөҙәк, көнбайыш һәм төньяҡ‑көнбайышы – текә. Тирә‑яғындағы ландшафы һоро урман тупрағындағы ҡайын урманынан һәм ҡара болон тупрағындағы болонло далаларҙан тора. Күл буйында – күл ҡамышы, күрән, таръяпраҡ екән, ябай ҡамыш һ.б., күлдә йөҙөүсән һыу үләне, ҡымыҙлыҡ, теҙмәяпраҡ һыу үләне һ.б. үҫә. Аҡбаш сыпҡай, көйөлдө, күл аҡсарлағы, сумғыс өйрәк, һуна өйрәк һ.б. йәшәй. Исеме суртан һүҙенәды диалект аффиксы ҡушыу юлы м‑н яһалған.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев