“БАСЭТ” ғилми-производство предприятиеһы, ЯСЙ. Электротехник продукция етештерә: һыуҙа, һауала, майлы һәм агрессив мөхиттә эшләүөсөн торбанан торған электр йылытҡыстары, электр калориферҙары, таш электр мейестәре, йылылыҡ вентиляторҙары һ.б. Туймазы ҡ. урынлашҡан. 1996 й. нигеҙ һалына. Составы: электротермик продукция, сәнәғәт вентиляцияһы системаларын етештереү (икеһе лә 1996 й. нигеҙләнгән), ҡырланған торба сығарыу (2002) цехтары. Пр‑тиела БР‑ҙа тәүге тапҡыр торбаларҙы спираль һымаҡҡырлау индерелә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика