СТЕФАН (донъяуи исеме Проценко Стефан Максимович; 2.8.1889, Харьков губ. Палеевка а. — 6.10.1960, Харьков ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә архиепискобы (1942—44). Митрополит (1959), архиепископ (1942), архимандрит (1922). Монахлыҡ ҡабул иткән (1922). Киев дини акад. уҡыған, Нежинск пед. ин‑тын тамамлаған (1922). 1922 й. алып Чернигов епархияһында хеҙмәт итә: 1926 й. — Козелец викар епискобы, 1932 й. — Чернигов һәм Козелец епархия епискобы. 1936—42 йй. тотҡонда була. 1944 й. башлап Полтава һәм Кременчуг архиепискобы, 1945 й. — Харьков һәм Богодухов архиепискобы, 1959 й. — митрополиты. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында 8 сиркәү аса, Өфөлә епархия идаралығын тергеҙә, фронт ихтыяждарына аҡса йыйыуҙы ойоштора. 1943 й. патриарх Сергийҙы (Страгородский) һайлауҙа һәм интронизациялауҙа ҡатнаша.

Әҙәб.: Р е г е л ь с о н Л. Трагедия Русской церкви, 1917—1945. М., 1996; С е р г е е в Ю.Н., А б д у л о в Н.Т. Уфимская епархия в 1943—1964 гг. Очерки истории государственно‑церковных отношений. Уфа, 2000.

Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина