“СИНТЕТИК КАУЧУК”, мәҙәниәт һарайы, ЯСЙ. Стәрлетамаҡ ҡ. урынлашҡан. 1974 й. Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дының мәҙәниәт һарайы булараҡ асыла (ҡара: “Каучук”), 2003 й. алып “Синтетик каучук” мәҙәниәт һарайы. 1200 урынлыҡ тамаша залы, 215 урынлыҡ кино залы, 2 бейеү залы, китапханаһы, костюм бүлмәһе, бильярд кафеһы бар. Мәҙәниәт һарайында 10 үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективы һәм “Камиллыҡ” (“Совершенство”) балалар иртә үҫеш үҙәге эшләй. Төп коллективтар: “Илһам” татар йыры вокаль ансамбле (1994, 2000 й. алып “халыҡ” исемен йөрөтә; етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре М.М. Хөснөтдинов), “Родина” академия хоры (1972, 1988 й. алып “халыҡ”; етәкселәре: Д.Т.Аҡсурина һәм А.Я.Мөхәмәтйәрова), “Оптимистар” (“Оптимисты”) эстрада оркестры (1969, 1993 й. алып “халыҡ”; етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Б.Я.Чевардов), “Солнышко” балалар хореография ансамбле, “Вдохновение” бал бейеүе ансамбле (1989, 1996 й. алып “халыҡ; етәкселәре: А.А.Казаков һәм БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Т.Б.Казакова), “Джаз‑тайм” ансамбле (1997, 2000 й. алып “халыҡ”; етәксеһе — А.А.Денисов). Мәҙәниәт һарайында йыл һайын “Ышаныс өсөн! Ватан өсөн! Мөхәббәт өсөн!” (“За веру! За отчизну! За любовь!”; 1988 й. алып) Бөтә Рәсәй һалдат йыры, “Һаумы, тыныслыҡ!” (“Здравствуй, мир!”; 1996 й. алып) классик бейеү фестивалдәре, “Европа—Азия” Халыҡ‑ара бал бейеүҙәре конкурсы (1992 й. алып, 2 йылға бер тапҡыр), джаз музыкаһы фестивалдәре, күмәк кеше ҡатнашлығында ҡаланың мәҙәни саралары үткәрелә. Тәрж.

Р.Р.Абдрахманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.