РӘХМӘТУЛЛИН Айбулат Дәүләтбай улы (12.5.1967, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Нәби а.), ҡурайсы. БР‑ҙың халыҡ (2014) һәм атҡ. (1999) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1986; Р.Р.Рәхимов класы), ӨДСИ‑не (1994; И.Ҡ.Илбәков класы) тамамлаған. 1989—90 йй. Н.Сабитов ис. Беренсе Өфө балалар музыка мәктәбендә, 1993 й. алып Учалы музыка уч‑щеһының башҡ. фольклоры бүлегендә уҡыта, фән‑цикл комиссияһы мөдире, 1998 й. — Нефтекама филармонияһының солист‑ҡурайсыһы, бер үк ваҡытта 2001 й. башлап дир. урынбаҫары, 2003 й. — художество етәксеһе. Репертуарында оҙон көйҙәрҙең инструменталь варианттары, ш. иҫ. “Ашҡаҙар”, “Бейеш”, “Буранбай”, “Ғилмияза”, “Таштуғай”, “Уйыл”, “Урал”, башҡ. халыҡ инструменталь көйҙәр — “Йәйәүле Мәхмүт”, “Сыңрау торна”, йыр‑бейеү көйҙәре — “Любизар”, “Перовский”, “Суҡ муйыл” һ.б. “Ғүмерем буйы йәнгә серҙәш иттем халҡым йырын, моңло ҡурайын” концерт программаһы м‑н сығыш яһай. Респ. ҡурай байрамы (1995), Й.Иҫәнбаев ис. призға Респ. ҡурайсылар, ҡумыҙсылар, думбырасылар һәм өзләүселәр конкурсы (1999; икеһе лә — Гран‑при), Ғ.Сөләймәнов ис. призға Респ. проф. ҡурайсылар конкурсы (1997; бөтәһе лә — Өфө) лауреаты.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.