РӘ, йылға, Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) уң ҡушылдығы. Бәләбәй р‑ны Скобелевка а. төньяҡ‑көнбайыш ситендә башлана. Бәләбәй һәм Йәрмәкәй р‑ндары буйлап көньяҡ‑көнсығыштан төньяҡ‑көнбайышҡа табан аға. Ыҡ й. (тамағынан 458 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 57 км, басс. майҙаны 755 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йәрмәкәй р‑ны Рәтамаҡ а. эргәһендә уртаса йыллыҡ һыу сығымы 3,15 м3/с. Йылға басс. Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан. Рельефы һөҙәк убалы, һыҙа һәм йырындар м‑н йырғыланған, үҙәне тар, текә битләүҙәре бар. Ландшафы ҡараһыу һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы (имән, йүкә) һәм икенсел ваҡ япраҡлы (ҡайын) урмандарҙан, йыуылған ҡара тупраҡтағы далаларҙан тора. Басс. 20%‑ын урман ҡаплаған, 50%‑ы һөрөлгән. Йәрмәкәй р‑нының ш. уҡ исемле ауылы эргәһендәге йылғала быуа төҙөлгән. Иң ҙур ҡушылдыҡтары — Күтәмә, Ҡырҡнарат, Ҡоръятмаҫ, Сүлле (бөтәһе лә — уң).

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018