ПЕРЕЛЮБ РАЙОНЫ, Һарытау өлкәһенең көнсығышында урынлашҡан. 1928 й. 23 июлендә ойошторолған. Майҙаны — 3691 км2. Адм. үҙәге — Перелюб ауылы. Районда 12 ауыл советы, 46 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 17,3 мең кеше (2010), ш. иҫ. 5,9% башҡорттар (ҡара: Ырғыҙ‑Кәмәлек башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур торама пункттар (2002): Байғондо, Калинин, Кондукторовский, Күҙәбай, Күсембәт, Ҡунаҡбай һ.б. Перелюбта “Һарытау өлкәһенең Перелюб районы башҡорттары ҡоролтайы” эшләй (1996 й. алып), “Һарытау башҡорттары” гәз. нәшер ителә (2006 й. алып), Калинин а. “Аҡ юл” ҡурайсылар ансамбле һ.б. бар. К.Б. Исламғолова ошо районда тыуған.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Текст на русском языке