ПЕРЕВОЛОЦК РАЙОНЫ, Ырымбур өлкәһенең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. 1935 й. ойошторолған. Майҙаны — 2742 км2. Адм. үҙәге — Переволоцк ҡасабаһы. Районда 19 ауыл советы, 49 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 28,3 мең кеше (2010), ш. иҫ. 5,1% башҡорттар (ҡара: Ырымбур башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур торама пункттар (2002): Ғәбдрәфиҡ, Ҡотломбәт, Үрге Ҡунаҡбай һ.б. Ғәбдрәфиҡ а. “Ырымбур өлкәһенең Переволоцк районы башҡорттары ҡоролтайы” эшләй (2002 й. алып). Ғ.Я.Амантаев, Ғ.Амантай, Р.Т.Бикбаев, М.Ә.Нартайлаҡов ошо районда тыуған.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.