УРЫҪ ШВЕЙЦАРИЯҺЫ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2010). Бәләбәй р‑нының Урыҫ Швейцарияһы, Үтәй, Глуховской шифаханаһы аа. һәм Глуховская т. юл ст. араһында Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны 550 га. Ҡазан ярусы тоҡомдарынан (балсыҡ, эзбизташ һ.б.) һалынған үҙәндәр һәм Швейцарий, Үтәй, Ҡоро шишмәләренең (Мәнәүез й. басс.) битләүҙәре участкаһы булып тора. Рельефы тигеҙ, йырын‑һыҙа селтәре м‑н йырғыланған. Ландшафы ҡараһыу һоро һәм һоро урман тупрағындағы айыу баланы, зелпе, миләш, муйыл һ.б. үҫкән реликт ҡарағай, киң япраҡлы урмандарҙан, йыуылған ҡара тупраҡтағы һәм органоген‑ҡырсынташлы тупраҡтағы далаларҙан ғибәрәт. Ҡарағай (йәше 150 йылға тиклем), имән, йүкә үҫә. Үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре осрай: ҡаурый ҡылған, ҡуйы ҡыҙыл баҙыҡай.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Илл.: Урыҫ Швейцарияһы. Ҡоро шишмәләге быуа

УРЫҪ ШВЕЙЦАРИЯҺЫ, Бәләбәй р-нындағы ауыл