ОЛО ГЛУШИЦА РАЙОНЫ, Һамар өлкәһенең көньяҡ‑көнсығышында урынлашҡан. 1928 й. ойошторолған. Майҙаны — 2534 км2. Адм. үҙәге — Оло Глушица ауылы. Районда 8 ауыл советы, 33 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 20,7 мең кеше (2010), ш. иҫ. башҡорттар (ҡара: Ырғыҙ‑Кәмәлек башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур торама пункттар (2002): Бугринка, Моратша, Ташкүстән, Южный һ.б. Ташкүстән а. “Йәшлек” фольклор ансамбле эшләй. Ғ.Д.Дәүләтшин, Ғ.Й.Дәүләтшин, Х.Ғ.Дәүләтшин ошо районда тыуған.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.