МӨХӘМӘҘИНА Шәмсиә Мөхәмәҙи ҡыҙы (18.11.1945, Ҡаҙаҡ ССР‑ы Орнек а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1994), проф. (2000). Ҡаҙаҡ ун‑тын тамамлағандан һуң (Алма-Ата, 1968) урта мәктәптә эшләй, 1971 й. алып а.х. ин‑тында уҡыта (1989—91 йй. каф. мөдире; икеһе лә — Целиноград ҡ). 1996 й. башлап ӨДИСУ-ла (1996—2013 йй. Ватан тарихы каф. мөдире) эшләй. Фәнни хеҙмәттәре Ҡаҙағстан иҡтисадын дәүләт көйләүе тарихына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. өр-яңы Ватан тарихы б‑са вуздар өсөн дәреслектәр, авторы.

Х е ҙ м.: История кочевых и старожильческих хозяйств. Акмола, 1994; Государственно-политическое регулирование хозяйственной жизни Казахстана в 1920—1936 гг. 2-е изд., доп. М., 2001; Государственное управление финансами в Башкирии. Ч.1 (Уфимская губерния). М., 2011 (авторҙ.).

Л.Д.Матвеева

Тәрж. М.Х.Хужин