МӘҺӘҘИЕВ Риза Рафаил улы (13.3.1972, БАССР‑ҙың Ишембай р‑ны Ибрай а.), актёр. БР‑ҙың халыҡ (2010) һәм атҡ. (2003) артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1993) Салауат башҡ. драма театры актёры. М. роль өҫтөндә ентекләп эшләү, образға тәрән үтеп инеү, персонаждарының хис-тойғоларын нескә тойомлау хас. Төп ролдәре: Йомабай (“Һарысәс”, Р.Ҡол‑Дәүләт), Тимербулат (“Ул ҡайтты”, Ә.Ҡ.Атнабаев), Әүхәт (“Шулай булды шул...”) һәм Фәһим (“Хушлашыу”; икеһе лә — Т.Ғ.Миңнуллин), Байымбәт (“Нәркәс”, И.Х.Йомағолов), Рыҫҡол (“Ай тотолған төндә”) һ.б. Музыкаль һәләте М. байтаҡ лирик ролдәр башҡарыу мөмкинлеген бирә: Хәлил (“Ғәлиәбаныу”), Ғәлимйән (“Башмағым”) һ.б. Билдәле эстрада йырсыһы. Репертуарында башҡ. халыҡ йырҙары (“Ғайса ахун”, “Сибай”, “Уйыл” һ.б.), башҡ. комп. әҫәрҙәре. “Дуҫлыҡ моңо” Халыҡ-ара башҡ. һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивале лауреаты (Нефтекама ҡ., 1994); “Актёр йыры” Респ. фестиваль-конкурсы дипломанты (Өфө ҡ., 1994) һ.б. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке