МАНАПОВ Илдар Илдус улы (19.5.1983, Прага), балет артисы. БР‑ҙың халыҡ (2014) һәм атҡ. (2008) артисы. Р.Нуриев ис. Башҡ. хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (2001; педагогы Ю.Г.Ушанов) БДОБТ солисы. М. сәнғәтенә сағыу индивидуаллек, юғары һәм күтәренке рухлы башҡарыу оҫталығы, партнёрын нескә тойоу һәм аңлау һәләте хас. Төп партиялары: Зигфрид (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”), Дезире (“Йоҡоға талған һылыу” — “Спящая красавица”; икеһе лә — П.И.Чайковский), Альберт (“Жизель”, А.Адан), Спартак (А.И.Хачатуряндың ш. уҡ исемле балеты), Вәзир (“Мөхәббәт тураһында легенда” — “Легенда о любви”, А.Д.Меликов), Принц (“Золушка”, С.С.Прокофьев), Базиль (“Дон Кихот”, Л.Ф.Минкус), Йомағол (“Сыңрау торна”) һ.б. Концерт репертуарында П.Даллио музыкаһына Д.Проценконың “Осрашыу” (“Встреча”), Э.Морриконе музыкаһына Р.Ә.Абушахмановтың “Диңгеҙҙән” (“Из моря”), А.П.Петров музыкаһына Я.Лишвицтың “Әҙәм һәм Һауа” (“Адам и Ева”) хореографик миниатюралары. Рәсәй һәм сит илдәр (Бразилия, Италия, Мысыр, Португалия, Таиланд һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. БР-ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (2016).

  Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке