ПАРФЁНОВ Евгений Владимирович (19.7.1975, Өфө), инженер‑электроник. БР ФА проф. (2016), техник ф. д‑ры (2012). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (1997), 2000 й. алып шунда уҡ эшләй: 2002— 09 йй. халыҡ‑ара бәйләнештәр бүлеге нач. урынбаҫары, 2011 й. башлап Күмертау авиация производство пр‑тиеһы, 2014 й. — Шеффилд ун‑ты (Бөйөк Британия) м‑н берлектәге ғилми‑тикшеренеү лаб. етәксеһе. 1999—2000 йй. Калифорния ун‑тында (Дэвис ҡ., АҠШ), 2006—07 йй. Шеффилд ун‑тында стажировка үтә. Фәнни хеҙмәттәре электролит-плазма һәм электрохимик процестар м‑н идара итеү һәм уларҙы автоматлаштырыу проблемаларына арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 15 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Электролитно-плазменная обработка: моделирование, диагностика, управление. М., 2014 (авторҙ.); Технологии удаления алюминидных покрытий с лопаток газовых турбин. М., 2015 (авторҙ.).

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Яндекс.Метрика