ИҘЕЛБАЕВ Урал Мирас улы (15.12.1972, Сибай ҡ.), композитор.БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2014). 1987—90 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡый. ӨДСИ‑не тамамлаған (1997; З.Ғ.Исмәғилев һәм Р.Р.Йыһанов класы). 1991 й. алып Башҡ‑н ТВ эргәһендәге “Аманат” муз. төркөмө артисы, 1992 й. — “Àšéîíä ижади фирмаһы дир., 2001—07 йй. һәм 2014 й. башлап БАДТ‑ның муз. бүлеге мөдире. 2010—12 йй. Стәрлетамаҡ башҡ. драма т‑ры студияһы етәксеһе. И. ижадына тәрән лириклыҡ, нескә хислелек, тулҡынландырғыс иманлылыҡ хас. Уның музыкаһы милли үҙенсәлекле, бер үк ваҡытта унда рок музыкаһына хас стилистик һыҙаттар бар. Композиторҙың ижадында вокаль музыка, драма спектаклдәренә музыка (150‑нән ашыу) төп урынды алып тора: И.Х.Йомағоловтың “Нәркәс", М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш", М.Кәримдең “Оҙон‑оҙаҡ бала саҡ” повесы б‑са Р.В.Исрафиловтың ш. уҡ исемле спектакле, Т.Ғ.Миңнуллиндың “Яратыу гонаһмы?" спектакле, Т.Х.Ғарипованың “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға" мюзиклы (бөтәһе лә – Башҡорт драма театры сәхнәһендә), М.Кәримдең “Тоҡ эсендәге бесәй или башкирская пленница" (Милли йәштәр театры) һ.б. спектаклдәр. И. – башҡ. шағирҙары шиғырҙарына вокаль‑симфоник цикл (1997), С.Т.Аксаковтың “Ал сәскә” (“Аленький цветочек”) әкиәте б‑са ш. уҡ исемле мюзикл (2015), 30‑ҙан ашыу нәфис, документаль и анимация фильмына, ш. иҫ. “Ауыл өҫтөндә йәйғор” (2000), “Сөмбөлдөң етенсе йәйе” (2002), “Рәхмәт” (2007), “Елғыуар" (“Ловец ветра"; 2010), “Ике лә генә егет...” (2015), “Аҡһаҡалдар менән әңгәмә: Мостай Кәрим” (“Беседы с мудрецами: Мустай Карим”; 2004), “Ут һәм нур ҡалдырҙы...” (“Огонь и свет оставил он…”; 2009), музыка авторы. Ш.Бабич ис. пр. лауреаты (2000).

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке