СКОБЕЛКИН Валерий Михайлович (20.8.1969, Өфө), композитор, педагог. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2016). Композиторҙар союзы (1999), РФ Композиторҙар союзы (2000) ағзаһы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1997; З.Ғ.Исмәғилев класы) М.Ғафури ис. Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркының (Өфө) Ҡала эстрада‑тынлы оркестры артисы булып эшләй. 2002 й. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһында, 2009 й. — ӨДСИ‑лә уҡыта. Юғары һөнәри оҫталығы, төрлө муз. йүнәлештәр, стилдәр һәм жанрҙарҙы файҙаланып, теләһә ниндәй масштабтағы әҫәр: миниатюр прелюдиянан алып ҙур симфоник музыкаға тиклем ижад итергә мөмкинлек бирә. С. башҡ. проф. композиторҙар мәктәбенең иң яҡшы традицияларын дауам итеп, респ. проф. музыка сәнғәтен пропагандалау эшенә үҙ өлөшөн индерә. Әҫәрҙәре араһында 1‑се симфония (2011), скрипка м‑н оркестр өсөн Концерт (2007), альт м‑н оркестр өсөн Концерт (2008), скрипка һәм симфоник оркестр өсөн Allegro (2002), фп. һәм симфоник оркестр өсөн “Норвег композиторы портреты” (“Портрет норвежского композитора”, 2008) һәм скрипка, камерный оркестр өсөн “Болоттар” (“Облака”, 2014) пьесалары, фп. өсөн “Астрология” исемле 12 прелюдияһы (1995), 3 ҡыллы квартет (№1, 1996; №2, 2001; №3, 2005), 5 виолончель өсөн “Perspectives” квинтеты (1999), хор (a cappella) өсөн “Multis dum” (2007), ш. уҡ сонаталар һәм төрлө музыка ҡоралдары өсөн пьесалар, романстар һ.б. Ижадында көйгә һалыуҙар, эшкәртмәләр һәм аранжировкалар ҙур урын алып тора: эстрада ансамбле өсөн Н.Ж.Ҡадирова репертуарынан 15 йыр, солист, хор һәм оркестр өсөн Т.М.Шәриповтың “Башҡортостан” йыры, ҡыллы квартет өсөн ҡырғыҙ халыҡ йыры “Чопо‑чоор”, симфоник оркестр өсөн А.Рамирестың “Aloette” темаһына аранжировка (бөтәһе лә — 2014), симфоник оркестр һәм ансамбль өсөн “Ятаған” этно‑төркөмөнөң “Ишбирҙин” халыҡ йыры, орган һәм ҡурай өсөн башҡ. халыҡ йыры “Сыңрау торна”, симфоник оркестр һәм солистар өсөн А.Пьяццолланың “Libertango” пьесаһы (бөтәһе лә — 2015) һ.б.

А.Р.Сабирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика