САФИН Тимур Марсель улы (4.8.1992, Ташкент), спортсы. Фехтование б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2012), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2016). 19‑сы СДЮСШОР (тренеры — Ф.Й.Арыҫланов) һәм 5‑се Спорт йүнәлешендәге респ. мәктәп‑интернаты (икеһе лә — Өфө; тренерҙары Л.Р.Грушина, Р.Р.Нәсибуллин) тәрбиәләнеүсеһе. Ир‑егеттәр араһында Олимпияуйындарының бронза призёры (2016), Донъя кубогы этабы еңеүсеһе (2015), Европа (2016) һәм Рәсәй (2014—15) чемп., донъя чемпионатының бронза призёры (2014); йәштәр араһында Европа һәм Рәсәй чемп. (икеһе лә — 2013); шәхси зачётта үҫмер спортсылар араһында донъя һәм Рәсәй беренселектәре (икеһе лә — 2012) еңеүсеһе. Ир‑егеттәр араһында Олимпия уйындары чемп. (2016), Донъя кубоктары этаптары еңеүсеһе (2014, 2016), Европа чемп. (2016), Европа (2013) һәм Рәсәй (2010, 2015) кубоктарын яулаусы, Европа чемпионатының бронза призёры (2014); йәштәр араһында Европа (2013) һәм Рәсәй (2011) беренселектәре еңеүсеһе; команда зачётында үҫмер спортсылар араһында Рәсәй беренселектәре еңеүсеһе (2010, 2012), донъя һәм Европа беренселектәренең (икеһе лә — 2012) көмөш призёры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2012 й. алып). Дуҫлыҡ орд. м‑н бүләкләнгән (2016).

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Яндекс.Метрика