СӘЙЕТОВ Уйылдан Ғилман улы [17.11.1951, БАССР‑ҙың Матрай р‑ны Әбделнасыр а. (БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны)]. Филос. ф. канд. (1991). БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2011). ВЛКСМ ҮК эргәһендәге Юғары комсомол мәктәбен (1977), КПСС ҮК‑ның Ижт. фәндәр акад. (1991; икеһе лә – Мәскәү ҡ.) тамамлаған. 1970 й. алып (өҙөклөк м‑н) Хәйбулла р‑нында эшләй: “Хәйбулла” с‑зында бригадир ярҙамсыһы, 1971–73 йй. ВЛКСМ‑дың Хәйбулла район ком‑ты инструкторы, 1977 й. башлап 1‑сесекретары. 1979 й. алып (өҙөклөк м‑н) ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑тында: 1980 й. тиклем комсомол ойошмалары бүлеге мөдире урынбаҫары, 1982 й. башлап секретары. 1980–82 йй. “Ленинсы” – “Ленинец” (ҡара: “Йәшлек”) һәм “Молодёжная газета” (“Йәштәр гәзите”) респ. йәштәр гәз. мөхәррире. 1987–88 йй. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты инструкторы, 1991 й. алып РСФСР Коммунистар партияһы Башҡ‑н респ. ком‑тының идеология бүлеге мөдире урынбаҫары, 1992 й. – РФА Өфө ФҮ ТТӘИ‑нең өлкән ғилми хеҙм‑ре. 1993 й. башлап (өҙөклөк м‑н) “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми‑нәшриәт комплексында: баш мөхәррирҙең 1‑се урынбаҫары, 1995 й. һәм 1998 й. алып дир., 2012 й. – ген. дир., бер үк ваҡытта 2008 й. башлап Төбәк энциклопедистикаһы проблемалары б‑са ғилми‑тикшеренеү үҙәге етәксеһе. 1995–97 йй. БР‑ҙың мәҙәниәт министры. Фәнни эшмәкәрлеге ижади интеллигенция һәм төбәк энциклопедистикаһы мәсьәләләренә арналған. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2015). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Х е ҙ м.: Становление творческой молодёжи: на материалах Башкортостана. Уфа, 1994; Башкирская художественная интеллигенция: происхождение, становление, взаимодействие с обществом и властью. Уфа, 2004; Башкирская энциклопедистика: зарождение, становление, развитие. Уфа, 2008.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика