БРИКС (ингл. BRICS), Бразилия Федератив Респ., Рәсәй Федерацияһы, Һиндостан, Ҡытай, Көньяҡ Африка Республикаһының формаль булмаған дәүләт-ара берекмәһе. БРИКС-тың халыҡ-ара ареналағы йоғонтоһоноң нигеҙен ҡатнашыусы илдәрҙең үҫешкән иҡт. ҡеүәте, глобаль иҡт. үҫешенең төп этәргес көстәренең береһе булараҡ уларҙың әһәмиәте, халыҡ һанының күплеге, тәбиғи ресурстарға бай булыуы тәшкил итә. 2006 й. 20 сент. РФ Президенты В.В.Путин тәҡдиме б-са БМО-ның Генераль Ассамблеяһы сессияһында (Нью‑Йорк) БРИК форматында тәүге министрҙар; 2008 й. 16 майында Екатеринбург ҡ. БРИК-тың тышҡы сәйәсәт ведомстволары етәкселәренең тәүге осрашыуы була. 2009 й. 16 июнендә Екатеринбургта БРИК-тың беренсе саммиты үтә. БРИК-ка Көньяҡ Африка Респ. ҡушылғандан һуң 2011 й. 18 февр. төркөм БРИКС исеменә үҙгәртелә. БРИКС б-са партнёрҙарҙың мөнәсәбәттәре БМО Уставы, халыҡ-ара хоҡуҡтың дөйөм танылған принциптары һәм нормалары, ш. уҡ асыҡлыҡ, прагматизм, теләктәшлек, блоктан тыш характер, өсөнсө яҡтарға ҡаршы йүнәлтелмәгән принциптар нигеҙенә ҡорола. БРИКС эшмәкәрлеге йыл һайын үткән саммиттарҙа ҡабул ителгән Эш планына нигеҙләнә. БРИКС-та ҡатнашыусы дәүләттәрҙең үҙ-ара бәйләнеше форматтары системаһы йыл һайын үткәрелгән планлы саммиттарҙы, “Егермеләр төркөмө” саммиты “майҙандарында” лидерҙарҙың, милли именлек мәсьәләләренә яуап биргән юғары вәкилдәрҙең, сит ил эштәре министрҙарының (БМО-ның Генераль Ассамблеяһы  сессияһы “майҙандарында”), финанс министрҙарының һәм үҙәк банктар етәкселәренең (Халыҡ-ара валюта фонды һәм Бөтә донъя банкы идара итеүселәре советтарының көҙгө һәм яҙғы сессиялары “майҙандарында”, ш. уҡ “Егермеләр төркөмө”нөң финанс министрҙары осрашыуы “майҙандарында”), а.-х., һаулыҡ һаҡлау һ.б. министрҙарҙың осрашыуын үҙ эсенә ала. БРИКС сиктәрендә БРИКС проблемаларын өйрәнеү ин-ты, Биржалар альянсы, Ғилми совет, Эшлекле совет, Эксперт үҙәктәре консорциумы, БРИКС-тың Селтәрле ун-ты, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге, а.-х., һаулыҡ һаҡлау, фән һәм инновациялар б-са эшсе төркөмдәре эшләй. 2013 й. донъя эске тулайым продуктының 27%-ҡа яҡын өлөшө БРИКС-ка тура килә (милли валюталарҙың һатып алыу һәләте паритеты б-са), БРИКС дәүләттәре халҡының дөйөм һаны 2,88 млрд кеше (донъя халҡының 42%-ы), терр. – ҡоро ерҙә 26%. БРИКС-тың 6-сы саммитында (Форталеза ҡ.) БРИКС-тың Яңы үҫеш банкыһын төҙөү т-да килешеүгә һәм Шартлы валюта резервтары Пулаһын төҙөү т-да договорға ҡул ҡуйыла.

2015 й. 9—10 июлендә Өфөлә БРИКС-тың 7-се Саммиты үтә, уның һөҙөмтәләре б-са Өфө декларацияһына ҡул ҡуйыла, бында дәүләт башлыҡтары килеп тыуған хәлдәргә яуап табыу, тыныслыҡ һәм именлекте тәьмин итеү, ныҡлы үҫешкә булышлыҡ итеү, хәйерселекте, тигеҙһеҙлекте һәм эшһеҙлекте бөтөрөү б-са уртаҡ тырышлыҡты көсәйтергә килешә, ҡатнашыусы илдәрҙең донъя эштәрендә ролен күтәреүгә өлгәшеү теләге раҫлана. Шулай уҡ БРИКС илдәренең 4-се Профсоюз форумының Өфө Декларацияһы ҡабул ителә, ул БРИКС дәүләттәре хөкүмәттәренә үҙ рейтинг агентлығын һәм биржа фондын төҙөргә тәҡдим итә, ҡатнашыусы илдәр хөкүмәттәрен донъялағы сәйәси көсөргәнешлекте кәметергә, именлекте һәм тотороҡлоҡто тәьмин итергә саҡыра һ.б. Ойошмаға рәйеслекте сираттағы саммит планлаштырылған ил тормошҡа ашыра.

Тәрж. Ф. Ә. Ҡылысбаев

 Текст на русском языке

 

 

 

Яндекс.Метрика