МӘРҘӘНОВ Рөстәм Хәбиб улы (9.5. 1964, Өфө), дәүләт эшмәкәре. Иҡт. ф. канд. (1992). БР‑ҙың атҡ. иҡтисадсыһы (2004). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) СССР ФА УрБ БФҮ‑нең Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә ғилми хеҙм‑р, 1992 й. алып БДУ‑ның производствоға идара итеү каф. өлкән уҡытыусыһы, каф. мөдире. 1995 й. башлап БР Милли банкының сектор мөдире, идаралыҡ нач., рәйес урынбаҫары, 2000 й. — рәйестең 1‑се урынбаҫары, 2002 й. алып рәйесе. 1998—2000 йй. БР‑ҙың иҡт. һәм монополияға ҡаршы сәйәсәт министрының 1‑се урынбаҫары, 2013 й. башлап БР Хөкүмәте Премьер-министрының 1‑се урынбаҫары, 2015 й. алып Премьер-министры. Фәнни тикшеренеүҙәре финанс баҙары үҫеше, эшҡыуарлыҡ эше проблемаларына арналған. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Дуҫлыҡ (2011), “Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2015) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Мегарегулятор на финансовых рынках: история, причины создания и актуальность для Российской Федерации. Уфа, 2008; Государственная финансово-кредитная поддержка малого предпринимательства: региональный аспект. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Тәрж. М.Х.Хужин

Фото: Р.Х.Мәрҙәнов