ҒӘЙНЕТДИНОВА Айһылыу Нәсих ҡыҙы (5.2.1977, Өфө), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (2012) һәм атҡ. (2004) артисы. Өфө хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1994; педагогы Р.Ғ.Изгина) Ғәскәров Ф.исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләй. Сәнғәтенә юғары оҫталыҡ, артислыҡ, һөйкөмлөлөк һәм камил техника хас, башҡарыу оҫталығы һомғоллоҡ, темперамент, сағыу кәүҙәләндереү һәм хәрәкәттәр м‑н айырыла. “Бишбармаҡ”, “Бөрйән ҡыҙҙары”, “Гөлнәзирә”, “Ете ҡыҙ”, “Зарифа”, “Сәскә атыусы ҡурай”, ш. уҡ грек, корея, уйғыр һ.б. донъя халыҡтары бейеүҙәрендә сағыу образдар ижад итә. Рәсәй һәм донъяның 20 иле буйлап гастролдәрҙә була.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика