ГАЛИНА Гөлназ Салауат ҡыҙы (3.2.1961, Өфө), музыка белгесе, педагог‑методист. Филол. ф. канд. (1998). Композиторҙар союзы (1995), РФ Композиторҙар союзы (1997) ағзаһы. С.Ә.Галиндың ҡыҙы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1984) шунда уҡ уҡыта, бер үк ваҡытта 1998—2014 йй. БР‑ҙың Мәғарифты үҫтереү ин‑тында. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡ. проф. һәм халыҡ музыкаһының төрлө жанрҙары формалашыуы һәм үҫешенә, Башҡортостан композиторҙарының ижадына арналған. Г. сценарийы б‑са А.А.Солтанов т‑да “Ҡараңғылыҡтағы нур” (“Свет во тьме”; 2001) документаль фильмы төшөрөлгән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. уҡ “Тамара Хоҙайбирҙина” (“Тамара Худайбердина”; 1996) китабы, “Башҡорт халыҡ музыкаһы” (“Башкирская народная музыка”; 2013) уҡыу әсбабы, “Башҡорт опера либреттоһы” (“Башкирское оперное либретто”; 2014) монографияһы авторы. “Салауат Юлаев” (“Салават Юлаев”; 2004) энциклопедияһы, дөйөм белем биреү мәктәптәренең 7—10‑сы кластары өсөн урыҫ (2002—2005) һәм татар (2005—2008) телдәрендә “Башҡортостан мәҙәниәте” (“Культура Башкортостана”) дәреслеге авторҙарының береһе.

Хеҙм.: Хусаин Ахметов. Уфа, 1994; Загир Исмагилов. Уфа, 1997; Башкирские баиты и мунажаты: тематика, поэтика, мелодика. Уфа, 2006; Башкирская национальная опера как документ эпохи (сюжеты, образы, драматургия). Уфа, 2010.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика