СӘМСИТОВА Луиза Хәмзә ҡыҙы (14.2.1973, БАССР‑ҙың Балаҡатай р‑ны Әшәй а.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2015). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2010). БДУ‑ны тамамлаған (1995). 2000 й. алып БДПУ‑ла эшләй: 2007 й. башлап башҡ. теле каф. мөдире, 2012 й. — башҡ. филол. ф‑ты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре грамматика, лексикология, лингвокультурология һәм мәҙәниәт‑ара коммуникация, когнитив лингвистика проблемаларына һ.б. арналған. 150‑нән ашыу фәнни‑методик хеҙмәт авторы. Фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт респ. йәштәр пр. лауреаты (2007).

Х е ҙ м.: Башҡорт тел картинаһында мәҙәниәт концепттары: лингвокультурологик һүҙлек. Өфө, 2010; Башҡорт фольклоры концептосфераһы: лингвокультурологик һүҙлек. Өфө, 2013 (авторҙ.); Культурные концепты в башкирской языковой картине мира. Уфа, 2015.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика