ДӘҮЛӘТКИРӘЕВ Айтуған Әхмәт улы (14.11.1972, БАССР-ҙың Әбйәлил р‑ны Амангилде а.), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (2014), атҡ. (2004) артисы. Өфө хореография уч‑щеһын (1991), Мәскәү дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт ун‑тын (2000) тамамлаған. 1991—92 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балет артисы. 1993 й. алып Сибай концерт-театр берекмәһе филармонияһында: балет артисы, бер үк ваҡытта 2003—08 йй. “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе, 1995—2003 йй. балет б‑са репетитор. Репертуарында “Еҙ үксә”, “Замана байығы”, “Һунар сыҡтым, ҡуян һуҡтым” яңғыҙ бейеүҙәре; “Бүләк”, “Дуҫлыҡ”, “Һыу буйында осрашыу” дуэт бейеүҙәре һ.б. “Матростар бейеүе”, “Молдавандар бейеүе”, “Татар йәштәре бейеүе” һ.б. бейеүҙәр ҡуя. Рәсәй, Греция, Төркиә, Франция һ.б. илдәр буйлап гастролдәрҙә була.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина