ИТБАЕВ Салауат Мостафа улы [18.7.1945, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Бикбау а. (БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Бикбау а.)], эстрада режиссёры. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1989), БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2014). Өфө сәнғәт ин‑тын (1973, Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы), Эстрада тамашалары режиссёрҙарының квалификацияһын күтәреү ин‑ты эргәһендәге Юғары режиссёрлыҡ оҫтаханаһын (Мәскәү, 1992) тамамлаған. 1973 й. алып ВЛКСМ‑дың 40 йыллығы ис. Мәҙәниәт һарайының эшсе йәштәр театры художество етәксеһе, 1977—92 йй. эстрада артисы, конферансье, 1999 й. башлап Башҡ. филармонияһы эстрадаһының художество етәксеһе, 1992—99 йй. “Башҡортостан” ДТРК режиссёры (бөтәһе лә — Өфө). 300‑ҙән ашыу театрлаштырылған, концерт, юбилей программаларының, байрам сараларының, хөкүмәт концерттарының, Татарстанда, Төркиәлә, Мәскәүҙә үткән фестивалдәрҙең постановкалары сценарийы авторы һәм режиссёры. З.Ғ.Исмәғилев, Н.Нәжми т‑дағы видеофильмдар, “Шәжәрә” тарихи телеочерктар циклы, “Ултырайыҡ әле бөгөн кис” телешоуы һ.б. режиссёры.

Г.А.Ишкинина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке