Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/E/ELISTRATOV_SEMEN.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/E/ELISTRATOV_SEMEN.jpg'

ЕЛИСТРАТОВ Семён Андреевич (3.5.1990, Өфө), спортсы. Шорт-трек б‑са Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2013). Башҡ. физик культура ин‑тын тамамлаған (2014). 1‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.И.Максимов). Эстафетала Олимпия уйындары чемп. (2014). 1500 м дистанцияла Донъя чемп. (2015), 500, 1000 м дистанцияла һәм эстафетала күп тапҡыр Донъя кубогы этаптары еңеүсеһе, күпбәйгелә Европа чемп. (2016), эстафетала (2013—15), 1500 м (2014, 2016) һәм 1000 м (2016) Европа чемп., күпбәйгелә Рәсәй чемп. (2010), Европа чемпионаттарының көмөш (2011—12 йй. — эстафетала; 2012 й., 2015 й. — 1500 м; 2014 й. — күпбәйгелә; 2016 й. — 500 м) һәм бронза (2013 й. — 1000 м һәм 3000 м; 2015 й. — 500, 1000, 3000 м һәм күпбәйгелә) призёры, эстафетала донъя чемпионатының көмөш призёры (2013), айырым дистанцияларҙа Рәсәй чемпионаттарының күп тапҡыр еңеүсеһе һәм призёры. Эстафетала Олимпия уйындары (2014), Рәсәй (2009) һәм 1000 м Донъя (2016) рекордсыһы. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2010). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2007 й. алып). Дуҫлыҡ (2014), Салауат Юлаев (2014) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика