“ДИНАМО” Бөтә Рәсәй физкультура‑спорт йәмғиәте. РФ‑тың хәүефһеҙлек һәм хоҡуҡ тәртибе федераль органдарының физик культура коллективтарын берләштерә. Башҡортостанда 1925 й. пролетар спорт йәмғиәте булараҡ төҙөлә, 1939 й. алып Бөтә Союз физкультура‑спорт йәмғиәте, 1992 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. Етәкселек “Д.” физкультура-спорт йәмғиәтенең Башҡ‑н респ. советы тарафынан тормошҡа ашырыла. “Динамо” стадионы, ғәмәли янғын спорты м‑н шөғөлләнеү өсөн ябыҡ манеждары (Өфө, Стәрлетамаҡ ҡҡ.), һунарсылыҡ‑балыҡсылыҡ базаһы һ.б. бар. “Д.” 30 меңгә яҡын кеше ағза булып тора (2010). Тәрбиәләнеүселәре араһында С.В.Акшенцев, Г.А.Андреев, И.В.Андреев, И.Р.Баянов, Е.Ю.Гречишникова, М.Р.Ғәлимов, Е.В.Зинковский, А.В.Макурин, П.И.Муслимов, Е.Ю.Правоторов, Р.В.Сабирхужин, А.Н.Селивёрстов, Р.В.Сөләймәнов, Ф.Е.Шульман, А.Р.Әхмәтов һ.б. “Д.” м‑н тренерҙар Э.Х.Абелев, А.Д.Дулатов, В.М.Зинковский, Д.П.Соколов, Р.Ш.Фәйезов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Әҙәб.: “Динамо” — сила в движении. Уфа, 2003.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.