КОНДРАШЕВ Олег Фёдорович (27.2.1949, Порт-Артур ҡ., Ҡытай), физик. Техник ф. д‑ры (2005). Томск политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1971) ӨДНТУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге дисперслы системаларҙың һәм нефть ҡатламының физик-химик механикаһына арналған. К. тарафынан ҡатлаулы флюидтарҙың тоҡомдар м‑н контактлы тәьҫир итешеү үҙенсәлектәре һәм шул ваҡытта барлыҡҡа килгән норманан тыш юғары структур-механик үҙенсәлекле сик ҡатламдары тикшерелә, физик һәм физик-химик факторҙарҙың плёнка формаһындағы ҡалдыҡ нефткә тәьҫир итеүен баһалау методикаһы уйлап табыла. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Физико-химические основы применения полисахаридных буровых растворов для заканчивания скважин=Physico-chemical bases of the using polisaccharides drilling solutions for clear off wells. Уфа, 2004 (авторҙ.); Тампонажные растворы с пониженной водоотдачей. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Е.А.Кантор

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018