“БАСКО-ЛТД” производство-коммерция фирмаһы, ЯСЙ. Сәнәғәт ҡорамалдары, машиналар һәм механизмдар лизингыһын, пр‑тие м‑н идара итеү б‑са программалар эшләү һәм ғәмәлгә индереүҙе, иҫәп-хисап техникаһын йүнәтеү һәм хеҙмәтләндереүҙе тормошҡа ашыра; энергетика өлкәһендә инжиниринг һәм консалтинг хеҙмәттәрен күрһәтә. Салауат ҡ. урынлашҡан. 1992 й. нигеҙ һалына. БДБ Лизинг конфедерацияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы булып тора.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018