• Печать

ҠАЛМАЗА, ауыл, 1939 й. алып Бөрө ҡ. эсендә. 1873 й. һәм 1896 й. араһында Бөрө өйәҙендә Ҡалмаза бүлендек ауылы булараҡ Бөрө ҡ. кешеләре нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1896 й. 30 йортта 141 кеше йәшәгән. 1906 й. бүленеп сыҡҡан Бөрө Биҫтәһе булараҡ теркәлгән; һабын ҡайнатыу з‑ды, бакалея кибете булған. Халҡы: 1906 й. — 474 кеше; 1920 — 11619 кеше (Бөрө ҡ. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған); 1939 — 2337 кеше (Бөрө МТС‑ы ҡасабаһы халҡы м‑н бергә иҫәпләнгән). 1939 й. Бөрө р‑нының Пономарёвка а/с ҡараған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке