ҠОЛМӨХӘМӘТОВ Азамат Рәхмәт улы (6.8.1953, Өфө), дипломат. Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр ин‑тын тамамлаған (1976). 1978 й. алып Алеппо ҡ. (Сүриә) СССР Ген. консуллығы атташеһы, 1982 й. — СССР Сит ил эштәре министрлығының Яҡын Көнсығыш бүлегендә 3‑сө секретарь, 1987 й. — Мысырҙа СССР илселегендә 2‑се секретарь, 1988 й. — СССР Сит ил эштәре министрлығының Яҡын Көнсығыш бүлегендә 1‑се секретарь, советник, 1993 й. — Иорданияла РФ илселеге советнигы, 1998 й. — РФ Сит ил эштәре министрлығының Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка Департаментының бүлек нач., дир. урынбаҫары, 2003 й. — РФ‑тың Кувейттағы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе, 2008 й. — РФ Сит ил эштәре министрлығы‑ ның Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка Департаменты дир. урынбаҫары, 2011 й. — РФ‑тың Сүриәләге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе, 2015 й. — Украиналағы хәлде көйләү б-са контакт төркөмөндә РФ-тың махсус вәкиле. Батырлыҡ орд. м‑н бүләкләнгән (2013). 

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке