КВАЛИФИКАЦИЯ КҮТӘРЕҮ ҮҘӘГЕ, БР‑ҙың дәүләт авт. өҫтәлмә проф. белем биреү учреждениеһы. 1983 й. Өфөлә урта мед. һәм фарм. белеме булған хеҙм‑рҙәрҙең квалификацияһын күтәреү уч‑щеһы булараҡ асыла, 2014 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: профессияға яңынан әҙерләү һәм квалификацияны күтәреү (35 һөнәр б‑са), ярҙамсы персонал һ.б. белгестәр әҙерләү, аттестациялау (33 һөнәр б‑са), методик һәм тикшеренеү эшмәкәрлеге. Уҡытыу көндөҙгө, ситтән тороп‑көндөҙгө, көндөҙгө‑ситтән тороп, дистанцион һәм индивидуаль формаларҙа алып барыла. Үҙәк составына уҡытыу бүлегенең 4 бүлексәһе, аттестация, методика, сертификация, финанс-иҡт. бүлектәре, симуляция үҙәге инә. Китапханаһы бар. 48 уҡытыусы араһында 2 фән канд. (2015). Йыл һайын 11 меңдән ашыу мед. хеҙм‑ре уҡып сыға. БР‑ҙың, РФ‑тың мед. учреждениелары м‑н хеҙмәттәшлек итә. РФ‑тың Һаулыҡ һаҡлау һәм соц. үҫеш министрлығы тарафынан раҫланған 70‑тән ашыу программа һәм белем биреү стандарты нәшер ителә. Дир.: С.Б.Сабирйәнов (1983 й. алып), В.Ф. Шакиров (2006 й. алып).

В.Ф.Шакиров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке