КАТАЕВ Валерий Алексеевич (23.9.1964, Өфө), провизор. Фарм. ф. д‑ры (2006). БДМИ‑ны тамамлаған (1987), 1990 й. алып (өҙөклөк м‑н) шунда уҡ эшләй: 1991—93 йй. фарм. ф‑ты деканы урынбаҫары, 1999 й. алып Төбәк дарыуҙар сифатын контролләү үҙәге дир., 2007 й. үҙәк ғилми‑тикшеренеү лаб. төп ғилми хеҙм‑р, 2008 й. башлап дипломдан һуң белем биреү ин‑тында (2010 й. — вуздан һуң провизорҙар әҙерләү каф. мөдире), бер үк ваҡытта 2012 й. алып БДМУ‑ның фәнни һәм инновацион эш б‑са проректоры. 2005—06 йй. БР б‑са Һаулыҡ һаҡлау һәм соц. үҫеш өлкәһендә күҙәтеү б‑са федераль хеҙмәт идаралығында: баш белгес, 2006 й. төп белгес-эксперт. Фәнни эшмәкәрлеге билдәле биол. үҙсәнлектәре булған гетероциклик берләшмәләрҙең синтезына (бензимидазолдың тиазоло‑ һәм тиетанил сығарылмалары, имидазол, урацил һ.б.) арналған. К. ҡатнашлығында иммунотроп әүҙемлек тыуҙырыусы һәм миокардтың ишемияға ҡаршы бирешмәүсәнлеген күтәреүсе матдәләр, тромбоциттарҙың адгезив‑агрегат функцияһы ингибиторы, антиоксидантлы әүҙемлеккә эйә булған үҫемлек сығышлы дарыу һ.б. эшләнгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 37 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Спортивная медицина: физиология, фармакология, допинг‑контроль. Уфа, 2012 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина 

Текст на русском языке