ВИЛУХИНА Ольга Геннадьевна (22.3.1988, Межгорье ҡ.), спортсы. Биатлон б‑са Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2014). “Йәшлек” ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (Межгорье), 2009 й. алып “Биатлон үҙәге” СДЮСШОР‑ы өсөн сығыш яһай (Новосибирск; тренеры В.В.Иванов). Спринтта һәм эстафетала Олимпия уйындарының көмөш призёры (2014). Эстафетала Донъя кубоктары этаптарында еңеүсе (2011; 2 тапҡыр, 2012; 2014), ҡыуып барыу уҙышында донъя чемпионатының бронза призёры (2012). Үҫмер спортсылар араһында донъя (2006) һәм Европа (2007—08; 4 тапҡыр, 2009) чемпионы. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2009 й. алып). Дуҫлыҡ орд. м‑н бүләкләнгән (2014).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 Текст на русском языке

Яндекс.Метрика